Беҙҙең мәктәптә «Илем, ерем, телем - Башҡортостаным!»девизы аҫтында үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө булып үтте. /07.10.-18.10.2014./
Ун көнлөк уҡыусыларҙа туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, илебеҙгә, еребеҙгә һөйөү уятыу, ғорурлыҡ тәрбиәләү маҡсатынан сығып үткәрелһә, планлаштырылған барлыҡ сараларҙа һәм эштәрҙә уҡыусыларҙың әүҙемлеге һәм уҡытыусыларҙың киң эрудициялы, юғары талантҡа эйә булған үҙ эше оҫталары булыуҙары сағылды .
«Мостай иле»,«Республикамды данлап йырлайым» ижади эштәр, һүрәттәр конкурсы уңышлы һәм уңдырышлы булды.Алдан яҙышҡан уҡыусыларҙан тыш, ижад күгендә күп кенә яңы исемдәр ҙә ҡабынды.
Ижади эштәр буйынса:
I урын –Үтәбаева Р., Хилалова А.
IIурын – Ғәҙелшин И., Харрасова С.,Ҡарағужина З.,Хажина А.
IIIурын – Таһирова Р., Солтанова А.
Һүрәттәр конкурсы буйынса:
I урын –Мөхәмәтов Ғ., Фәтхуллина В.
IIурын – Ҡараҡаев Д., Кинйәбаев Б.
IIIурын – Бикйәнова А.
Шиғыр һөйләүселәр конкурсы бик йәнле һәм сәмле үтте, тасуири һөйләүсе балалар йомғаҡлау турында ла сығыш яһанылар.
I урын – Яхина М., Баязитова Ю., Ҡарағужина З.
IIурын – Ғәҙелшин И., Ялалова А.
III урын –Мирсаев Р., Мөхәмәтйәрова И.
Кластарҙа иң грамоталы уҡыусылар билдәләнде, уҡыу тиҙлектәре тикшерелде, иң яҡшы, таҙа торошло дәфтәр эйәләре асыҡланды .
5-селәрҙә үткән «Эрудит» конкурсында абсолют еңеүсе – Яхина М., 6-сыларҙа «Лексик марафон »да “Илһөйәрҙәр” командаһы алдынғылыҡты бирмәне. 7-се класта үткән«Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? » уйынында “Белермәндәр” командаһы , 8-се кластарҙа үткән “ Әҙәби викторина”ла I урын-Баязитова Э.,II урын- Мөхәмәтов Ғ., 9-сыларҙың “Көсһөҙ звено”һында еңеүсе – Зәйтүнов М.,10-11-селәрҙең “Алтын тирмә” бәйгеһендә ике команда ла тигеҙ иҫәп менән еңеүселәр булдылар.
Яңы технологиялар нигеҙендә асыҡ дәрестәр күрһәтелде.
Декада М.Кәримдең юбилейына арналған «Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа...» исемле әҙәби – музыкаль кисә менән тамамланды.