1994 йылдың 5 октябренән башлап бөтә Рәсәй Уҡытыусы көнөн байрам итә. Йыл һайын беҙ ошо датаны көтөп алабыҙ, уҡытыусыларҙы ҡотлайбыҙ. Был көн эскерһеҙ йылмайыуҙар, шат тауыштар һәм йөрәк төбөнән сыҡҡан изге теләктәргә күмелә, сөнки 5 октябрь - иң ихтирамлы кешеләрҙең профессиональ байрамы.
Ә кем һуң ул уҡытыусы? Әлбиттә, ул мәктәптә белем биреүсе кеше, тип әйтерһегеҙ, әммә был тик тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай. Уҡытыусы эше асылда бик ҡатмарлы. Һәр бер уҡыусыға айырым килешеү, үҙенсәлекле иғтибар кәрәк. Балала уҡыуға теләк уятыу – шулай уҡ уҡытыусының ҙур бурысы. Шуға күрә йыл да уҡытыусыларыбыҙҙы лайыҡлы байрамдары менән ҡотларға ашығабыҙ.